Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде

Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде
  • Бөрө ҡалаһында Ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө билдәләнде

Сара, республикала Радий Хәбиров ҡарары буйынса 2019 йылдан уҙғарыла. Байрам уңайынан ҡаланың Октябрь майҙанында төрлө күргәҙмәләр ойошторолдо, йөкмәткеле концерт һәм ғаиләләрҙе ҡотлау тантанаһы үтте. Радий Хәбиров ҡатыны Каринэ Хәбирова менән изге ПЕТР һәм Феврония һәйкәленә сәскәләр һалды. Тулыраҡ Гөлфиә Мәҡсүтова репортажында.

Сәхнәла, Баймаҡ районынан Рәжәповтар ғаиләһе. Биктимер Марат улы Һәм Земфира Мәсғүт ҡыҙы 8 бала тәрбиәләй. Татыу ғаилә әүҙем тормош алып бара. Балаларын Ватанға һөйөү һәм патриотик рухта тәрбиәләй улар. Уларҙы байрамда ата-әсәлек даны ордены менән бүләкләнеләр.

Башҡортостан башлығы ғаилә, мөхәббәт һәм тоғролоҡ көнө уңайынан күп балалы ғаиләләргә дәүләт наградалары тапшырҙы. Яңы өйләнешкән йәш парҙар ҙа ихтибарһыҙ ҡалманы.

Бөрөнөң Октябрь майҙаны был көндә ҙур ғаилә кеүек гөрләп торҙо. Йәрминкәләр, илһөйәрлек күргәҙмәһе, бай йөкмәткеле концерт программаһы. Бөтә республиканан һөнәрселәр үҙҙәренең продукцияһын да тәҡдим итте.

Шулай уҡ Бөрөләге майҙанда йыйылған ғаиләләрҙе берләштергән вальс сағыу тамашаға әйләнде.

Рәсәйҙәге иң ҙур ғаилә вальсы. Бында күп йылдар бергә йәшәгән, яңы өйләнешкән һәм байрам шатлығын уртаҡлашырға теләгән йөҙләгән пар ҡатнаша.

Башҡортостан башлығы ла тормош иптәше менән ситтә ҡалманы, вальсҡа ҡушылды.

Ә кисәнең көтөлмәгән төп сюрпризы-гендер-пати булды. Өфөнән Шәкировтар ғаиләһенең буласаҡ балаһының енесен республика Башлығы иғлан итте.

Барыһында үҙ эсенә алды ҙур ғаилә байрамы. Кескәй ҡунаҡтар ҡатнашлығында коляскалар парады бер кемде лә битараф ҡалдырмай.

Төбәк етәксеһе мәртәбәле ҡунаҡтар менән бергә Изге Петр һәм Феврония һәйкәленә сәскә һалды. Бөрөнөң Октябрь майҙанында ойошторолған сара, барлыҡ республика кимәлендә үтте. Урындағы халыҡ һәм килгән ҡунаҡтар яҡындары менән күңелле итеп изге байрамды билдәләне.