Бөрөгә эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе «Спектр» заводында булды

Бөрөгә эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе «Спектр» заводында булды
  • Бөрөгә эш сәфәре сиктәрендә төбәк етәксеһе «Спектр» заводында булды

Ул балалар өсөн уйынсыҡтар һәм тауарҙар етештереүсе алдынғы етештереү предприятияларының береһе. Бында 200-гә яҡын белгес эшләй.

Предприятиеға республика тарафынан ярҙам күрһәтелә. Һуңғы биш йылда цехтарға производство ҡорамаларын һатып алыу өсөн 600 миллион һумдан ашыу субсидия бүленгән. Ҡорамалдарҙы яңыртыу республика заводтары өсөн төп бурыстарҙың береһе булып ҡала. Был хаҡта «Сәнәғәт сәғәте» күсмә кәңәшмәһендә һөйләнеләр.