Ҡалаларҙы төҙөкләндереүҙә яңы алымдар өйрәнелә

Ҡалаларҙы төҙөкләндереүҙә яңы алымдар өйрәнелә
  • Ҡалаларҙы төҙөкләндереүҙә яңы алымдар өйрәнелә

Радий Хәбиров етәкселегендәге команда Мәскәүҙә махсус уҡыуҙар үтә. Был турала республика Башлығы социаль селтәрҙәрҙәге сәхифәһендә яҙып сыҡты. Практик уҡыуҙарҙың маҡсаты – заманса архитектура, ландшафт дизайны һәм инфраструктураны үҫтереү аша уңайлы ҡала мөхитен булдырыу, был тәңгәлдә тәжрибә уртаҡлашыу. Төбәк етәксеһе билдәләүенсә, Башҡортостан “Тормош өсөн инфраструктура” милли проекты сиктәрендә “Уңайлы ҡала мөхитен булдырыу” программаһын ғәмәлгә ашырыу, бының өсөн федераль ярҙам йәлеп итеү буйынса алдынғылар рәтендә.