Әр-Рәхим мәсетендә төҙөлөш йылдам бара

Әр-Рәхим мәсетендә төҙөлөш йылдам бара
  • Әр-Рәхим мәсетендә төҙөлөш йылдам бара

Республиканың төп мәсете – Әр-Рәхимде тышҡы өлөшөн биҙәкләү быйыл башланһа, иман йортоноң тирә-яғын төҙөкләндереү киләһе йылға тәғәйенләнгән.

Әр-Рәхимдең алтын ялатылған көмбәҙҙәре таяуҙары ла хәҙер аҡ ҡар төҫөндә. Иман йортона йылы үткәреү менән бергә иң ҡатмарлы өлөштәрҙе иретеп йәбештереүгә лә оҫталыҡ кәрәк.

Йылдар буйына бикле торған мәсет хәҙер яңы һулыш ала. Үҙгәрештәр юғары власть даирәләренең айырым иғтибарында. Төҙөлөш, ҡулланылған материалдар менән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров шәхсән таныш

Әр Рәхим нигеҙенә беренсе таш һалыуға 20 йылдан ашыу ваҡыт уҙып, уның проекттары һәр даим үҙгәреп килде. Ваҡыты менән ул бөтөнләй туҡталып торҙо. 2012-се йылда мәсетте сафҡа тапшырыуҙы Башҡортостандың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов һәм ул етәкләгән “Урал” фонды үҙ өҫтөнә алғайны. Әммә, төрлө сәбәптәр арҡаһында обьектты финанслау өҙөлдө. Ул саҡтағы төп эштәр – 6 ҡат бейеклектәге лиуарҙарҙы күтәреп ҡуйып, көмбәҙ ҡаплау, манаралар урынлаштырыу. Ә 2014-се йылда ҡуйылған манаралар 9 йыл дауамында үҙгәрешһеҙ ҡалып, уларҙың береһе көслө дауыл мәлендә ҡолап төштө. Ваҡиға йәмғиәттә айырыуса ҙур борсолоу тыуҙырҙы.

Тутығыуға бирешеүсе материалдар, иретеп йәбештереүҙең сифатһыҙ булыуы. Манараның емерелеүе тап ошоларға бәйле булып сыҡты. Хаталарҙы төҙәтеү - яңы белдереүҙәр мәле лә. Уҙған йылда, Ураҙа Ғәйетендә Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров республика мосолмандары өсөн иң мөһим хәбәрҙәрҙе иғлан итте.

Экспертиза һөҙөмтәһе бар һәм ул насар түгел. Ҡоролмалар һаҡланған, әммә, консервациялауҙың дөрөҫ булмауы арҡаһында, серей башлаған. Һүҙ ямғыр һыуы торбалары тураһында.

Ямғырҙарҙан һуң мәсет иҙәненә йыйылған һыуҙың тубыҡҡа тиклем етеүен хәтерләй төҙөүселәр. Әлеге күләүектәр артыҡ хәүефле түгел. Һыу быялаһыҙ тәҙрә уйымынан һарҡып төшкән. Элекке витраж ҡоролмаларын алыуҙың сәбәбе – әлеге лә баяғы ваҡыт һәм сифаттың юҡлығы.

Төҙөүсөләр дөйөм майҙаны 600 квадрат метр булған тәҙрәләрҙе алып ташларға мәжбүр. Бәләкәй тәҙрәләр урындарында ҡала. Алюмин рамдар тутығыуға бирешмәгән.

Бөгөнгә төҙөүсөләр 4 манараны мәрмәр менән йөҙләп, ҡыйыҡтың 3 кимәлен ҡора алған. Әйткәндәй, ҡыйыҡтан Өфө күренештәрен дә күҙәтергә мөмкинлек бар. быйыл төҙөүсөләр яңы тәҙрәләрҙе ҡуйыуҙы теүәлләргә, тағы бер-нисә ҡатмарлы эште тамамларға тейеш.

Тағы бер бурыс, биҙәкләү эштәре. Унан һуң мәсетте йылға тоташтырасаҡтар.

Иң ауыры һәм иң ҡатмарлыһы – бинаны эске яҡтан биҙәкләү. Әммә, уныһы өсөн ваҡыт ҡына талап ителә. Төп бурыс – Әр Рәхим мәсете төҙөлөшөн туҡтатмау.