Июнь айы ямғырҙар күп яуыу сәбәпле быйыл уңыш мул ти белгестәр. “Тыныс һунар”ҙы үҙ итеүселәргә хәүефһеҙлек һәм һаҡлыҡ саралоары хаҡында ла оноторға ярамай. Сөнки бәшмәк менән ағыуланыу осраҡтары йыш күренеш, урманда аҙашыу йә йыртҡысҡа тап булыу хәүефе лә бар
Тәжрибәле бәшмәксе — Майя Ишмәтова Өфө тирәһендәге урмандарҙы биш бармағымдай, беләм, ти. Шуға күрә ике йәшлек кенә ҡыҙын да үҙе менән алып йөрөргә ҡурҡмай.
Майя Ишмәтова әле дүртенсе ҡыҙы менән декрет ялында. Балаларымда кескәй саҡтарынан тәбиғәткә һөйөү тәрбиәләйем, ти ул.
Бәшмәк йыйыу – бала саҡтан яратҡан шөғөлө. Шуға күрә лә Башҡортостандағы һәр бәшмәктең ҡайҙа үҫкәнен, ниндәй төргә ҡарағанын биш бармағылай яҡшы белә.
Бәшмәк – ит, май, еләк-емеш, хатта дарыуҙы ла алмаштырған берҙән-бер тәбиғи аҙыҡ. Был фәнни раҫланған. Шулай ҙа бәшмәк йыйыуҙа тәжрибә етмәгән осраҡта, аҙыҡ насар һөҙөмтәләргә лә килтереүе бар, ти МАЙЯ.
Бәшмәк йыйыу миҙгеле башланыу -урманда юғалыусылар ҙа буласаҡ, тигән һүҙ. Был ваҡытта бер ҙә ҡыйынһынмай ҡысҡырырға кәрәк һәм бер-нисә ҡағиҙәне иҫтә тотоу мотлаҡ.
Бер-нисә кәрәкле әйберҙәрҙе лә үҙең менән алып йөрөү яҡшы булыр, ти тәжрибәле бәшмәксе. Шулай уҡ урманға ингәндә хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен дә оноторға ярамай.
Быйыл халыҡ баллы, майлы, ҡайын һәм аҡ көләпә бәшмәктәр йыйып һөйөнә. Быға температураның алмашыныуы һәм ҡойма ямғырҙар булышлыҡ итте, ти бәшмәкселәр. Башҡортостанда майлы бәшмәктең дүрт төрөн осратырға мөмкин.
Иртә яҙҙан алып көҙгәсә бәшмәк йыйып, ашап кинәнергә мөмкин. Бары тик уны ағыулынан айыра белергә һәм ваҡытында ҡулланырға кәрәк.
Әлбиттә ағыуланмаҫ өсөн белгән бәшмәктәрҙе генә йыйығыҙ. Юғиһә сәфәрҙең күңелһеҙ тамамланыуы бар. Быйыл бәшмәк менән ағыуланып дауаханаға мөрәжәғәт итеүселәр һаны былтырғыға ҡарағанда аҙыраҡ булһа ла, иркен тын алырға әле иртәрәк, ти табиптар. Сөнки бәшмәк йыйыуҙың иң ҡыҙған мәле башланып ҡына тора.