Тиҙҙән Өфөлә "Ватанды һаҡлаусылар" фондының яңы бүлексәһе асыла

Тиҙҙән Өфөлә "Ватанды һаҡлаусылар" фондының яңы бүлексәһе асыла
  • Тиҙҙән Өфөлә "Ватанды һаҡлаусылар" фондының яңы бүлексәһе асыла

Ул Совет майҙаны янында урынлаша. Ошо турала Республика Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙә яҙа. “Совет майҙаны эргәһен бушҡа ғына һайламаныҡ, егеттәрҙе Миңлеғлә Шайморатов һәйкәле янында оҙаттыҡ, ышанам – еңеү менән ошонда уҡ ҡаршы аласаҡбыҙ” тип белдерҙе төбәк етәксеһе. Ремонт эштәрен август айында тамамлау планлаштырыла. Бында социаль координаторҙар психологтар эшләйәсәк, техник реабилитация саралары менән танышыу мөмкинлеге лә була. Шулай уҡ Оборона министрлығының хәрби-социаль үҙәк белгестәре хәрбиҙәргә үҙҙәренең мәсьәләләрен хәл итеүҙә ярҙам күрһәтәсәк.