Ямғырлы йәй республикала кинәт эҫе көндәр менән алышынды

Ямғырлы йәй республикала кинәт эҫе көндәр менән алышынды
  • Ямғырлы йәй республикала кинәт эҫе көндәр менән алышынды

Был осорҙа табиптар ҡояштан һаҡланыу саралары хаҡында онотмаҫҡа саҡыра. Кешеләр генә түгел, йәнлектәр хаҡында хәстәрлек күреү мөһим был осорҙа.

Куптәр өсөн иң көтөлгән мәл – йәй. Башҡа йылдан айырмалы рәүештә ул әллә ни юғары температуралар менән ҡыуандырмай. Әммә үтә лә эҫе көндәрҙә кемдер һыу инеп...(продолжение в снх)

Ә физик яҡтан әҙерлектәре булғандар күнекмәләр ярҙамында ҡотола. Һакланыу саралары тураһында ла онотмай халыҡ. Айырыуса эҫе көндәрҙә кибеттәргә кеше ағымы туҡтамай.

Йөрәк, ҡан тамырҙары системаһы ауырыуҙары булғандарға һәр ваҡыт ҡул аҫтында дарыу йөрөтөргә кәрәк. Балаларға һәм өлкән йәштәгеләргә айырыуса иғтибарлы булыу шарт. Көндөҙгө 10-12-нән алып киске 4-6-ға тиклем күләгәлә йә өйҙә ултырырға кәңәш ителә, сөнки тап ошо арауыҡта ҡояштан зыян тейеүе лә ихтимал. Тәү сиратта башта кәпәс йә яулыҡ булырға тейеш. Һауа температураһы юғары булғанда организмдан күпләп һыу юғала, шуға ла уның кимәлен тулыландырып торорға, ә шыйыксаның тән температураһындағыһын эсергә кәңәш итә табиптар.

Хайуандарҙы эҫенән ҡотҡарыу өсөн Урмансылар паркындағы вольер хеҙмәткәрҙәре барыһын да эшләй. Әлеге ваҡытта бында 8 айыу. Улар өсөн иң көтөлгән процедура — һыу һибеү. Бында махсус шлангтар ҡулланыла. Вольерҙа һыу һәр ваҡыт һәм күп күләмдә бар, уны үҙ скважинаһынан алалар. Ә өс камерала хатта айыуҙарҙың шәхси бассейндары тора, тайыштабандар унда рәхәтләнеп һыу инә.

Алдағы көндәрҙә һауа торошонда әллә ни үҙгәреш көтөлмәй. Һауа температураһы төндә +10,+12°, көндөҙ +24,+26° булыуы фаразлана. Тимәк ҡоро һәм йылы көндәр һаҡлана, аҙна ахырында ғына бер аҙ ямғыр вәғәҙәләй синоптиктар.