Салауат ҡалаһында юл полицияһы мотциклист ҡатнашлығындағы үлемесле авария сәбәптәрен асыҡлай

Салауат ҡалаһында юл полицияһы мотциклист ҡатнашлығындағы үлемесле авария сәбәптәрен асыҡлай

Юл-транспорт фажиғәһе бөгөн иртәнге сәғәттәрҙә була. Ямаха мотоциклындағы 27 йәшлек егет юғары тиҙлектә светофорҙың ҡыҙыл утына үтеп китергә теләй. Әммә боролош яһаған микроавтобусҡа бәрелә. Һөҙөмтәлә уның кәүҙәһе 200 метрға осоп китә һәм ҡаршы килгән еңел автомобиль аҫтында ҡала. Ике тәгәрмәсле техника хужаһы ваҡиға урынында йән бирә. Билдәле булыуынса уның мотоцикл менән идара итеүгә танытмаһы булмаған. Осраҡ буйынса тикшереү дауам итә.