Башҡортостан умартасылары бал һыға башланы

Башҡортостан умартасылары бал һыға башланы
  • Башҡортостан умартасылары бал һыға башланы

Белгестәр өмөтләнеүенсә, быйыл уңыш мул буласаҡ. Йыл һайын республика ҡортсолары 6 мең тонна татлы ризыҡ етештереп һата. Быйыл йүкә балы ла бар.

Иглин районы — экологик яҡан иң таҙа төбәктәрҙең береһе иҫәпләнә. Бында күпләп йүкә урмандары үҫә һәм бал ҡорттары тап унан бал йыя.

Ҡорттар көнө буйына бал йыя. Риф Шәүәлиев иһә ихатаһында уларҙы тәрбиәләү менән мәшғүл. Ул 30 йылдан ашыу ҡортсолоҡ менән булыша.

Ҡортсолоҡ нәҫелдән килә. Риф Шәүәлиевтың атаһы ла бал ҡорттары тотҡан. Шуға ла бал йыйыу серҙәрен ул бәләкәй сағынан өйрәнә.

Йүнселдең умарталығында 350-нән ашыу күс бар. Быйылғы ҡышты еңел сыҡты тип һөйөнә хужа.Сөнки бында башлыса башҡорт тоҡомло ҡорттар, ә улар сығамлығы менән айырылып тора.

Умартасыға улдары ярҙам итә. Һәр береһенең үҙ бурысы. Риф Шәүәлиевтың ейәндәре лә был шөғөлдө яратып өлгөргән. 4 йәшлек Эдуард хәҙер инде 4 быуын умартасы.

Умарталарҙы даими тәрбиәләп торорға кәрәк. Ҡорттарҙы тынысландырыр өсөн төтөн ҡулланыла.

Бал ҡорттары тотоу еңелдән түгел. Улар һәр ваҡыт иғтибар талап итә һәм үҙеңә лә нәҙек биллеләр кеүек күп эшләргә кәрәк.

Керәҙҙәрҙе махсус сәнске менән асалар һәм бал һығалар. Һәр береһенән 3-4 килограмм татлы ризыҡ сыға.

Башҡорт балы күптән инде илдә генә түгел, ә донъяла танылыу алды. Йүкә балы иһә үҙенең сифаты һәм дауаһы менән билдәле. Унда төрлө витаминдар, башҡа файҙалы матдәләр бар. Улар иһә сәләмәтлек өсөн файҙалы һәм йәшәү рәүешенә тәъҫир итә.

Белгестәр быйыл бал уңышы яҡшы буласаҡ, тигән өмөтләнә, шул иҫәптән йүкә балы ла уңыр ти.

Шәүәлиевтар ғаиләһе умартасылыҡ серҙәрен быуындан-быуынға күсерә килә. Һәр тамсы бал – ул Башҡортостандың алтыны, ҡояшы һәм үҙ эшеңә һөйөү өлгөһө, тип билдәләй улар.