Башҡортостан хужалыҡтарынды мал аҙығы әҙерләү дауам итә

Башҡортостан хужалыҡтарынды мал аҙығы әҙерләү дауам итә
  • Башҡортостан хужалыҡтарынды мал аҙығы әҙерләү дауам итә

Ҡышҡылыҡҡа республика аграрийҙары биш йөҙ мең тоннанан ашыу сенаж йыйған. Был планлаштырылған күләмдең 45 проценты.

Йәй уртаһы — аграрийҙар өсөн мөһим һәм яуаплы осор. Әле сенажға сабыу тулы көсөнә бара. Стәрлетамаҡ районы хужалыҡтарына өс меңгә яҡын баш малға йыл әйләнәһенә етерлек аҙыҡ әҙерләү бурысы тора. Технологияны ла теүәл үтәү мөһим.

Сабып алынған ашлыҡ ҡояшта ун сәғәт тирәһе кибә. Ваҡыт үтеү менән уның оптималь дымлылығы 60 процент тәшкил итергә тейеш. Һуңынан баҫыуҙа уҡ мал аҙығы йыйыу комбайны ярҙамында уны ваҡлайҙар, ферментлайҙар һәм сенаж соҡорона оҙаталар.

Һөт һәм ит продукттарының сифаты мал аҙығына туранан-тура бәйле. Һауа торошоноң үҙгәреүсән булыуына ҡарамаҫтан, быйыл ашлыҡ әҙерләү ваҡытында үтәлә.

Эре мал өсөн аҙыҡ етештереү республиканың бөтә райондарында ла әүҙем алып барыла. Стәрлетамаҡ районында ғына биш мең тоннанан ашыу бесән һәм утыҙ мең тоннанан ашыу сенаж әҙерләнгән. Ә баҫыуҙарҙан ярты миллион тоннанан ашыу ЙӘШЕЛ МАССА сығарылған, был планлаштырылған күләмдең 45 процентын тәшкил итә.