Илдең фәнни-технологик үҫеш буйынса милли рейтингы һөҙөмтәләре иғлан ителде. Был хаҡта Республика хөкүмәте рәйесе Андрей Назаров социаль селтәрҙрәҙәге сәхифәһендә яҙа. Премьер-министр билдәләүенсә, алдағы йылдарҙа был йүнәлештә эште көсәйтеү бурысы ҡуйылған. Ошо маҡсаттан республиканың фәнни-технологик үҫешен мониторингалау системаһы эшләнәсәк. Предприятиелар менән бәйләнеште нығытып фәнни асыштарҙы килемгә йүәнлтеү маҡсаты тора. “Йәш ғалимдарҙы Фәндәр академияһы составына индереп уларға яңы мөмкинлектәр асырға тейешбеҙ”, — тиелә яҙмала.
Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр өсөн иң яҡшы шарттар
Башҡортостанда фәнни тикшеренеүҙәр өсөн иң яҡшы шарттар