“Боронғо Төркистан һәм Ясауи мираҫы” Өфөлә

“Боронғо Төркистан һәм Ясауи мираҫы” Өфөлә
  • “Боронғо Төркистан һәм Ясауи мираҫы” Өфөлә

Башҡортостандың милли музейында үҙенсәлекле күргәҙмә эш башланы. “Боронғо Төркистан һәм Ясауи мираҫы” тип аталған экспозицияла 200-ҙән ашыу уникаль артефакттар. Улар Азрет Солтан милли тарихи- мәҙәни музей ҡурсалығы тарафынан бирелгән.

Күргәҙмә Ҡаҙағстандың «Әзрет Солтан» Милли тарихи-мәҙәни музей-ҡурсаулығы менән берлектә ойошторолған һәм күренекле суфый шағиры Һәм фәйләсүф Ходжа Әхмәт Ясауиҙың мәҙәни мираҫына арнала. Ходжа Эхмәт Ясауи төрки донъяһының рухи мәғрифәтсеһе булараҡ бөтә донъяға билдәле. Боронғо күсмә ата – бабалар мәҙәниәтен үҙ заманының төп рухи һәм сәйәси көсө-ислам менән берләштерә алған шәхес.

Уның хөрмәтенә Төркөстандың символына әйләнгән биналар комплексы төҙөлә.

Күргәҙмәнең йөҙөк ҡашы 12 быуаттың Хужа Әхмәт Ясауи кешәнәһенең рәссамлы керамика фрагменттары.

Күргәҙмәлә шулай уҡ Әхмәт Ясауиның ҡулъяҙмалары, фәнни һәм әҙәби хеҙмәттәре айырым урын биләй.

Бынан тыш күргәҙмәлә боронғо Төркөстан меәнән танышырға мөмкин. Беҙҙең эраға тиклем бронза быуатынан экспанаттар, халыҡ хужалыҡ эшмәкәрлеген һүрәтләгән әйберҙәр, боронғо ҡаласыҡ артефакттары, биҙәүестәр барыһы ла айырым урын биләй. Бөтәһе 200 ҙән ашыу экспонат ҡуйылған.

Музей хеҙмәткәрҙәре әйтеүенсә һуңғы йылдарҙа республикала халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған күргәҙмәләр арта, замандаштарыбыҙ араһында донъя мәҙәниәтенә ҡыҙыҡһыныу ҙа үҫә бара.