“Өфө” аэропорты биләмәһендә яңы отель асылды

“Өфө” аэропорты биләмәһендә яңы отель асылды
  • “Өфө” аэропорты биләмәһендә яңы отель асылды

Радий Хәбиров бөгөн “Өфө” аэропорты биләмәһендә төҙөлгән яңы ҡунҡхананы асыу тантанаһында ҡатнашты. “Небо АРТ” ҡунаҡхана комплексын төҙөү концепцияһы 2021 йылда “Инвестиция сәғәте”ндә ҡаралғайны. Һамар компанияһы тәҡдим иткән проект өҫтөнлөклө статус алды. Уның төҙөлөшөнә инвесторҙар 1 миллиард ярым һум аҡсаһын һалған. Бында 110 өҫтәмә эш урыны булдырылған. Объектты тантаналы асыу сараһынан һуң Радий Хәбиров ҡунаҡхана менән яҡынлдан танышты.