Башҡортостанда боланут сәйенә ихтыяж арта

Башҡортостанда боланут сәйенә ихтыяж арта
  • Башҡортостанда боланут сәйенә ихтыяж арта

Һуңғы йылдарҙа уны етештереү күләме лә 4 тапҡырға күбәйгән. Файҙалы үләнде әҙерләү менән шәхси хужалыҡтар ғына шөғөлләнмәй, 2016 йылдан Маҡар урман хужалығында ҙур күләмдә әҙерләйҙәр уны. Сеймал йыйыуҙа урындағы халыҡ та әүҙем ҡатнаша. Болануттың файҙаһы, уның тарихы һәм тәм сифаттары тураһында хәбәрсебеҙ Нурия Ғилмуллина әҙерләгән сюжетта.

Әҙерәк ял иткәндән һуң эшкә тотонорға ла була. Көн дә иртә менән хозур тәбиғәт ҡосағына килеп егеттәр иван-чай, йәғни боланут йыя. Һәр эшсенең үҙ ысулы. Кемдер башта ботаҡтарын йыйып һуңынан япраҡтарын айыра, кемдер үләнде рәттән йыйып бара. Зәйнетдин Әхмәров 2015-се йылдан бирле боланут йыйыу менән шөғөлләнә. Уның тормош тәжрибәһе лә байтаҡ, бөтә эште лә уйлап, еңелерәк итеп башҡарырға тырыша.

Азамат Хафизов шулай уҡ Маҡар ауылында тыуып үҫкән. Башҡа ергә китергә теләмәнем, ауылда эш булғас бик рәхәт. Тыуған яҡта файҙалы үләнде йыйған ваҡытта күңелем дә йырлай, ти ул.

2015-се йылда Ишембай районының урман хужалығы директоры Сәлим Хәфизов боланутты йыйып сәй эшләү тәҡдиме менән сыға. Маҡар ауылы халҡы уны дәррәү күтәреп ала. Беҙҙең теләктән генә тормай, һауа торошо ла үҙгәрештәр индереп кенә тора ти егеттәр. Әйткәндәй, көнөнә улар 400 килограммға тиклем сеймал йыя. Йыл һайын был һан арта бара. Күмәгенә 2 тоннанан башлаһалар, әле июль ахырына тиклем 10 тонна йыйырға планлаштыралар. Бикбай Баязит улы ла хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан эшкә яратып йөрөй. Ул башҡалар өсөн дә өлгө булып тора.

Йыйылған үләндәр артабан Ишембай ҡалаһында урынлашҡан цехҡа оҙатыла. Бында 5 кеше эшләй. Ҡыҙҙарҙың ҡулы аҫтынан көнөнә әллә нисә килограм боланут үләне үтә. Сәй эшләү 4 өлөштән тора. Уның тәүгеһе...

Киләһе этап – төрөү

Был барабандар имән ағасынан эшләнгән. Үләнде эшкәрткән ваҡытта бер ниндәй пластик ҡоролмалар ҙа ҡулланылмай. Барыһы ла тәбиғи. Ахырҙа үләнле сәй яртылаш әҙер тиергә лә була.

Киләһе этап та бик мөһим.

Тәбиғәттә төрлө үҫемлектәр ферментацияны ҡояш аҫтында үтә. Ә инде бында болануттан эшләнгән сәй юғары сифатлы булһын өсөн уны ошондай үҙенсәлекле камера эсенә һалалар. Бында бер үк ваҡытта 10 ҡумтала сәй ферментация үтә. про ферментацию...

Был үләндәге бөтә зарарлы микробтарҙы юҡ итең өсөн эшләнә. Сәй ҙә матур, ҡара төҫкә инә. Артабан боланутты киптереү өсөн махсус бинаға алып баралар. Әйткәндәй, ул имәндән эшләнгән. Иң тәүҙә бында мейес яғыла.

Суфия Боранғолова Хаҡлы ялға сыҡҡансы тегеүсе булып эшләй. Тәбиғәткә лә битараф түгел. Шуға ла төрлө үләндерҙе йыйып, эшкәртеп сәй эшләү тәҡдимен ике уйламай ҡабул итә. Юғары температурала боланут ҡыҫҡа ваҡыт эсендә әҙер була. Үләнде киптереү өсөн уны бергә бер ҙурлығындағы селтәрле ҡумталарға һалып таратып сығалар.

Болануттан эшләнгән сәй кешенең ҡан баҫымын, ашҡаҙан эшмәкәрлеген яҡшырта, тынысландыра һәм йоҡо өсөн файҙалы. Маҡар урман хужалығында ҙур япраҡлы һәм башҡа үләндәр ҡушылған 8 төрлө сәй етештерәләр.

Йәй көнө студенттар ҙа бында ашҡынып килә, уларға ла һөнәр серҙәрен өйрәтәм, ти ул. Әҙер продукцияны төрлө яҡтарҙан килеп алалар, ти Суфия ханым.

Боланут сәйендә 70-тән ашыу файҙалы матдә бар. Иң мөһиме уның кеше организмы өсөн зыяны юҡ.