Бөрйән айыуҙары солоҡ балын ярата

Бөрйән айыуҙары солоҡ балын ярата
  • Бөрйән айыуҙары солоҡ балын ярата

“Шүлгәнташ” ҡурсаулығы биләмәһендә бал урларға килгән тайыштабан камераға эләккән. Солоҡ ағасына сәнскеле тимер сыбыҡ, бал ҡорттары ояһына туҡмаҡ эленеүгә ҡарамаҫтан ул татлы ризыҡтан ауыҙ итергә теләп ағасҡа 200 тапҡыр менеп төшә. Ҡорттарҙың сағыуына ла түҙә, һөҙөмтәлә бер нисә тәү-лек эсендә солоҡтағы балды тулыһынса тиерлек ашап табан ялтырата.