Рәсәй президенты Владимир Путин М-12 «Көнсығыш» автомобиль юлының Дүртөйлө-Әшит участкаһын асыуға старт бирҙе. Магнитогорск ҡалаһына эш сәфәре менән килгән дәүләт башлығы тарихи ваҡиғаға видеоконференция режимында ҡушылды. Тиҙ йөрөшлө трасса Башҡортостан, Пермь крайы һәм Свердловск өлкәһе биләмәләре аша үтә.
Федераль юлдар карталарының өр-яңы өлөшө. М-12 “Көнсығыш” магистраленең Дүртөйлө һәм Әшет арауығы региональ түгел, тап федераль әһәмиәткә эйә. Санкт-Петербургты Мәскәү аша Екатеринбург менән тоташтырыусы автобан 4 өлкә, 3 республика һәм бер край аша үтеүсе магистраль. Юлдың Дүртөйлө менән Свердловский өлкәһенең Әшет араһындағы өлөшөн асыу тантанаһында Рәсәй Президенты Владимир Путин видеобәйләнеш аша ҡатнашып, ошо турала белдерҙе.
Автомобилдәр хәрәкәте өсөн 4 һыҙат, 33 үткәүел, ҡырағай хайуандар юл аша үтеп сыға алһын өсөн 9 биоүткәүел, һыу ағымдарына тәғәйенләнгән 145 торба, 12 күпер, Ағиҙел аша төҙөлгән тағы бер һәм оҙонлоғо 800 метрлыҡ күпер. Һуңғыһына килгәндә, уны төҙөүҙә сит илдән ҡайтарылған материал ҡулланылмаған. Барыһы ла Рәсәй продукцияһы.
Федераль магистралдең Башҡортостан аша уҙған өлөшөн төҙөү өсөн теүәл 2 йыл талап ителде. Заманса инженерия ысулдары, проекттар һәм ҡуйылған бурыстарға дөрөҫ яуап. Дүртөйлө-Әшет трассаһының республиканың 4 районы аша уҙыуы яңы мөмкинлектәр бирә. Магистраль иҡтисад драйверы булырға тейеш. Ошо турала республика башлығы Радий Хәбиров белдерҙе. М-12 трассаһы М-5 юлындағы көсөргәнешлекте кәметәсәгенә ышаныс ҙур. Бынан тыш, хәҙер логистика тураһында уйларға ваҡыт.
М-12 “Көнсығыш” трассаһы “йөйһөҙ юл” тип атала. Уның бөтә оҙонлоғо буйынса бер сфетофор ҙа юҡ. Тимәк, хәҙер Екатеринбургтан Башҡортостан аша Мәскәүгә барыу ваҡыты 2 тапҡырға ҡыҫҡара. Федераль юл агентлығы етәксеһе Роман Новиков та республиканы ил транспорт системаһын үҫтереүҙәге өлөшөн юғары баһалай.
М-12 “Көнсығыш” трассаһы Санкт--Петербургта башланып, Екатеринбургта ғына туҡталып ҡалмай. Артабан уны Төмәнгә тиклем һуҙыу ниәте бар.