Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә – 100 йыл

Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә – 100 йыл
  • Өфө моторҙар эшләү берекмәһенә – 100 йыл

Рәсәй авиацияһының флагманы – Өфө моторҙар эшләү берекмәһе 100 йыллыҡ юбилейын билдәләй. Бөгөн ошо уңайҙан баш ҡалабыҙҙа рәсми тантана һәм күләмле саралар ойошторола.

Баш ҡала һәм уның ҡунаҡтарын Ағиҙел яры буйында “Рус витяздәре” авиаотряды сығышын ҡарай ала. Тамаша киске сәғәт етенсе яртынан етегә тиклем барасаҡ. Ауыр истребителдәрҙә төркөм менән ҡатмарлы пилотаж башҡарған донъялағы берҙән-бер команда сығышын Башҡортостан 24 телеканалы тура эфирҙа күрһәтә. Президент Владимир Путин Указы менән предприятиеға “Александр Невский” ордены тапшырыла.