“Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе ярҙамы менән махсус хәрби операция ветерандары партия майҙансыҡтарында эшләү, халыҡ менән аралашыу, социаль проекттар булдырыу һәм биләмәләр менән заманса идара итеү буйынса белем алды.
Махсус хәрби операцияла Ришат Низамиев ғаиләһе менән осрашырға, яҡындары янында булырға, тыныслыҡ хаҡында хыяллана. Ир 2022 йылдан алып һөжүм итеүселәр отрядында алыша һәм алғы һыҙыҡта ҡаты бәрелештәрҙә ҡатнаша.
Ауыр яраланғандан һуң Ришат Низамиевҡа оҙаҡ ваҡыт дауаланырға тура килә. Йәрәхәттәр кире сафҡа баҫырға мөмкинлек бирмәй. Хәрби тәжрибә күпкә өйрәтте, ти ул.
Кадрҙар программаһына 2 меңдән ашыу кеше ғариза бирҙе, шулар араһынан иң әүҙем һәм аҡыллылары ғына финалға сыҡты. Улар өсөн партияның төбәк бүлексәһендә уҡытыу проекты буйынса өсөнсө лекция ойошторолдо.
“Башҡортостан геройҙары” проекты Радий Хәбиров башланғысы менән булдырылды һәм “Геройҙар ваҡыты” федераль программаһының дауамы булып тора. Өс модульде үҙ эсенә алған уҡытыу процессында сәйәсмәндәр, дәүләт эшмәкәрҙәре һәм парламентарийҙар дәрес бирә.
Белем биреү лекциялары һәм тәжрибә уртаҡлашыу дәрестәре – программаның бер өлөшө генә. Ҡайһы бер хәрбиҙәр үҙ белемен ғәҙәти тормошта һынай.
Владимир Путин билдәләүенсә, махсус хәрби операция геройҙары үҙенсәлекле тәжрибәгә эйә һәм ул төрлө өлкәлә файҙалы булыуы мөмкин. Ил етәксеһе һәр ваҡыт уларҙың берҙәмлеген, етәкселек оҫталығын, алдынғы ҡараштарын, аҡыл ҡеүәһен юғары баһалап, идара итеү даирәһендә кәрәклеген билдәләй. “Башҡортостан Геройҙары” программаһы республикала идарасыларҙы тәрбиәләү өсөн булдырылған да инде.