Өфөләге тәүге күп ҡатлы йорттарҙың береһе һәм мәҙәниәт эшмәкәрҙәре өсөн элиталы торлаҡ. Ленин урамындағы белгестәр йорто билдәле шәхестәрҙең исемдәре яҙылған таҡтаташтарға бай. Унда актер Арыҫлан Мөбәрәков, халыҡ шағирә Рәшит Ниғмәти, яҙыусы Дауыт Юлтый һәим башҡа күп шәхестәр йәшәгән. Ғәҙәти булмаған йорт тарихына беҙҙең ижади төркөм длә сумды.
Бриллиант рустлы массив постаменттарҙа каннелюрҙар менән киң пилястралар. Әгәр йорт бер нисә йыл алдараҡ төҙөлһә һәр архитекторға аңлайышлы һүҙҙәр кәрәк тә булмаҫ ине.
Әммә совет архитектураһында авангардтан ҡырҡа боролош була. Әлегә билдәле булмаған «Сталин ампиры», әммә бинаның тышҡы ҡиәфәтен байытырға ынтылышы булған уртаса постконструктивизм.
Мемориаль таҡтаташтар һанына ҡараһаң – был бина матур биш ҡатлы йорт ҡына түгел, ә Өфөлә 30 – сы йылдарҙа төҙөлгән тәүге белгестәр Йорто. ул Төрлө министрлыҡтар хеҙмәткәрҙәре өсөн тәғәйенләнгән, әммә фатирҙарҙың күбеһе мәҙәни элитаға – билдәле әҙәбиәтселәргә һәм артистарға эләгә.
Төҙөлөш 1933 йылда башлана һәм оҙаҡҡа һуҙыла. Мәскәүҙән аҡса насар килә. Экономиялау өсөн Өфөнөң һүтелгән төп ғибәҙәтханаһы – Воскресенск кафедраль соборы кирбестәрен ҡулланалар. Әммә совет хыял йорто проектын тулыһынса тормошҡа ашырыу мөмкин булмай. Лифт шахталары бар, әммә улар буш тора.
Подъездарҙа артыҡ бер нәмә лә юҡ-бары тик баҫҡыстар араһындағы майҙансыҡтар ғына. Тимер рәшәткәләр зэ шул уҡ дэуерзэн, ағас тотҡалары ғына яңы.
Әйткәндәй, шунда уҡ килеп сыҡмай. Йорт төҙөлөшө тағы бер нисә йыл дауам итә. Уның тәүге кешеләре рәшәткәһеҙ генә түгел, ә балкондарҙа кәртәһеҙ йәшәгәнлеге лә билдәле.
Балаларға ла бында уйнарға урын етерлек. Ихата кәртәләнгән һәм барынса майҙансыҡ та бар. Үҙәктә фонтан ҡалдыҡтары. Әммә, иң боронғо фотоларға ҡараһаҡ, бындай байлыҡ күренмәй.
Йортта Газ тик илленсе йылдарҙа ғына барлыҡҡа килә. Хәҙерге йәшәүселәрҙең утын мейестәре урынында китап кәштәләре, мебель йәки электр камин өсөн соҡалталар ғына бар. Ә һуғышҡа тиклемге бина королошон бөгөн дә элиталы тип иҫәпләргә мөмкин. Йорттоң бөтә киңлегендә дүрт бүлмәле фатирҙар, ҙур тәҙрәләр һәм бейек түшәмдәр. Биналарҙың урынлашыуы һауаның дөрөҫ әйләнеше өсөн уйланылған.
Әммә йорт торлаҡ шарттары менән түгел, ә йәшәүселәр менән дан тота. Хатта йорт диуарындағы ҡоролманың һаҡлау статусы тураһында хәбәр итеүсе таҡта ла билдәле исемдәр теҙмәһе булып тора. Һәм ул тулы түгел.