Плей-оффҡа яҡынайҙыҡ.
“Йәшел дерби” беҙҙең файҙаға тамамланды. «Салауат Юлаев» Ҡазандың «Аҡ Барыҫ»ын 3:1 иҫәбе менән еңде. Бөтә шайбалар ҙа беренсе осорҙа индерелде. Юлаевсыларҙан Игорь Григоренко, Александр Нестеров менән Александр Логинов уңыш ҡаҙанды. Беҙ әлегә 85 мәрәй йыйып, алтынсы баҫҡыста киләбеҙ. 18 февралдә Өфө клубы үҙендә Тольяттиның «Лада»һын ҡабул итә.