Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Тулыраҡ: Рәсәй һәм донъя яңылыҡтары

Греция фермерҙары урамға сыҡты. Улар һалымдарҙың, социаль түләүҙәрҙең юғары булыуына ризаһыҙлыҡ белдерә. Демнстранттар ауыл хужалығы министрлығы янында йыйылып парламент бинаһына тиклем юл үтте. “Беҙ һуғышҡа әҙер”,-тип белдерә акцияны ойоштороусылар. Халыҡ-ара валюта фонды Грециянан кредиттарҙы ваҡытында түләү өсөн популяр булмаған аҙымдарға барырға этәрә.

Европала именлек һәм хеҙмәттәшлек шураһының Донецкийҙағы миссияһы бинаһы янында ҡаршылыҡ акцияһы үтте. Унда ҡатнашыусылар ОБСЕ ойошмаһын хәрби хәрәкәттәрҙе дөрөҫ яҡтыртмауҙа һәм төбәктә һөҙөмтәһеҙ эшләүҙә ғәйепләй.

Һиндостан йыһанға 104 юлдаш менән ракета осороп донъя рекорды ҡуйҙы. Быға тиклем Рәсәй 37 юлдаш осороп беренсе урында килә ине. Хәҙер инде беҙҙең ил икенсе урында, өсөнсөлә-Америка.

Хайуандарҙы дауалауҙа заманса технологиялар. Поезд аҫтында ҡалып артҡы ике аяғын юғалтҡан был бесәйгә дауалауҙа яңы алымдар ҡулланған ветеринар ярҙамға килә. Ул мыраубайға яңы аяҡтар ҡуя. Ветеринар әйтеүенсә, бесәй айырманы һиҙмәй. Югерә, уйнай, тулы тормош менән йәшәй.

Бельгияла айырым ойошмаларҙа эшләүселәрҙең тире аҫтына чиптар ҡуя башлағандар. Улар үҙҙәренә эшләгән биналарға кодты уҡыусы ҡоролмаларға чиптарын ҡуйын инә ала.