Баш ҡала циркына ябылыу хәүефе янай

Тулыраҡ: Баш ҡала циркына ябылыу хәүефе янай

Баш ҡала циркына ябылыу хәүефе янай.

Октябрь районы прокуратураһы шуны талап итә. Тикшереү һөҙөмтәләре судҡа мөрәжәғәт итергә нигеҙ булған. Ведомство бина тамашасыларҙың һәм цирк хеҙмәткәрҙәренең ғүмеренә һәм һаулығына хәүеф тыуҙыра, тигән һығымтаға килгән. Тейешле ғариза «Рәсәй дәүләт цирк компанияһы»на ебәрелгән. Рәсәй дәүләт циркы системаһына ингән цирктар 60-70-се йылдарҙа төҙөлгән. 2018 йылда Кисловодск, Красноярск һәм Өфө цирктарында ремонт эштәре күҙаллана. Өфө циркы өсөн дәүләт ярҙамының суммаһы әлегә билдәле түгел. Циркты ремонтлау бер нисә экспертиза үткәреүҙе, эш күләмен билдәләүҙе, проект-смета документацияһын әҙерләүҙе, шулай уҡ ошо процесҡа йәлеп ителгән төрлө ведомстволарҙың һығымта яһауын күҙ уңында тота. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 1994 йылда балалар байрамынан һуң Өфө циркының бер өлөшө емерелеп төшкәйне.