Машина һатып алғанда нимәгә иғтибар итергә кәрәк?
Өфөлә билдәле автодилерҙарҙың береһе ураланған автомобилдәр менән сауҙа итә. Ошондай ғәйепләү ҡарары менән беҙҙең редакцияға Илдар Мөхәмәтшин исемле егет мөрәжәғәт итте. Ул 1 йыл элек автосалондан Фольсваген Тоуарег һатып ала. Яңыраҡ уны кире һатырға теләп, теркәү үткән ваҡытта машинаның двигателе урланған автомобилдән икәнлеге асыҡлана. Илдар Мөхәмәтшин 1 миллион 600 меңгә төшкән был тимер аттының үткәне ниндәйҙер криминал менән бәйле булырын уйлап та бирмәй. Сөнки, үҙе теләгән машинаны ул ҡулдан булһа ла, автосалон аша һатып ала. Юл хәрәкәте именлеге дәүләт инспекцияһында теркәү үткән ваҡытта ла бер ниндәй ҡаршылыҡ булманы, тип һөйләй ир. Проблема 1 йылдан, автомобилде һатырға теләгән ваҡытта килеп сыға. Һөҙөмтәлә, инспекторҙар машинаны тартып ала. Асыҡланыуынса, уның двигателе Санкт-Петербургта урланған автомобилдән сиселгән. Илдар Мөхәмәтшин был ваҡиғанан һуң ғариза менән хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт итә. Әммә Енәйәт эше ҡуҙғатылмай.Аңлатма биреүҙе һорап Илдар автосалонға юллана, әммә бында ғәйепте танырға теләмәйҙәр. Хәбәрселәр алдында ла менеджер һүҙҙе ҡыҫҡа тотто.Трейд-ин буйынса алып һатыуға ҡуйылған автомобилдәрҙең юридик һәм техник яҡтан тикшереү үткәнлеген был иғландар ҙа дәлилләй. Автомобилде хужаһы кире ҡайтарып алған, әммә уға теркәүгә сикләү ҡуйылған. Йәғни, машинаны һатырға ярамай, автодилер ҙа аҡсаны кире ҡайтарырға теләмәй.Ә машинаны һатҡан ваҡытта Независимость атвосалоны клиентҡа транспорт сараһының юридик яҡтан таҙа булыуын дәлилләй. 1 йылдан етешһеҙлек асыҡланғас һатыусы клиент менән судта осрашырға тәҡдим итә. ...