Юлдар тар, йәмәғәт транспорты һирәк, йәйәүлеләр юлы кәртәгә илтә.
Өфөнөң яңы төҙөлгән биҫтәләренең береһендә йәшәгән халыҡ йорттарына үҙе һуҡмаҡ һалырға мәжбүр. Ун йыл инде яңы тип һаналған Колгуевский биҫтәһе ҡышын ҡарҙан, яҙлы-көҙлө батҡаҡтан арына алмай. Бындағы юлдар ҙа билдәһеҙлеккә илтә. Йәйәүлеләр өсөн ошо юл киҫеше кәртәгә барып терәлә. Хәйер, урындағы халыҡ был кәртәнең яңыраҡ барлыҡҡа килеүен раҫлай. Төҙөлөш майҙанын сикләп алғанда подрядсылар йәйәүлеләр юлын ҡамап ҡуйған. Хәҙер ҡарттар, мәктәп уҡыусылары, балалы әсәләр көрт ярып һуҡмаҡты ҡаршы яҡтан һалырға мәжбүр. Машина йөрөтөүселәргә лә байтаҡ кәртә аша үтергә тура килә. Амантай урамындағы йорттарҙә йәшәгән фатир хужалары берҙән-бер текә юлды ҡулаҡсаға тракторсы яллап таҙарттыра. Идарасы компанияға һүҙебеҙ юҡ, ихатала ҡар ятмай, тиҙәр. Ә йәмәғәт транспортының эше тәнҡиткә сыҙамай. Аҙна башында ошо урында йәйәүлене автобус тапатты. Хәҙер водителдәр урам аҙағына тиклем барырға баҙнат итмәй – юл тар, боролор урын юҡ, туҡталыш урындары юҡ. Маршрут таксиҙары сараһыҙҙан үҙе тәртип урынлаштыра. Пассажирҙар шундай фекерҙә.Башҡаланың Киров районы хакимиәте вәкиле халыҡ менән осрашыуға үҙе килеп хәлгә асыҡлыҡ индерә. Был биҫтәлә йәмәғәт транспортының эше яйға һалынасаҡ, ти торлаҡ коммуналь хужалыҡ идаралығы етәксеһе.Түҙемлеген йәйгә тиклем еткерә алһа халыҡ туҡталыштарға үҙе теләгән атама биреп тынысланыр. Тик ҡалған эшкә ҡар яумаһа ине.