Ливанда шығый мосолмандарҙың “Хезболла” хәрби ойошмаһы етәксеһе Хәсән Насралла Изральға янаған. “Ливанға һөжүм иткән осраҡта атом ҡоралығыҙҙы үҙегеҙгә табан борсаҡбыҙ”,- тигән ул. Израильда әле өсөнсө Ливан һуғышы тураһында имеш-мимештәр йөрөй. Премьер-министр Беньамин Нетаньяху Америка президенты менән осрашҡас улар тағы ла көсәйә төшкән.
Францияның ультра уң фирҡәһе етәксеһе Марин Ле Пен позицияларын нығыта. Уның өсөн һайлаусыларҙың 26 проценты тауыш бирергә әҙер. Белгестәр Франсуа Фийон электоратының күп өлөшө ультра уңдар яғына күсеү Марин Ле Пенға уңыш килтерҙе тип белдерә.
Көнъяҡ Корея Ким Чен Ирҙың тыуыуына 75 йыл тулыуҙы байрам итә. Урамдар халыҡ менән тулы. Улар йырлап, бейеп күңел аса. Байрам уңайынан фейерверк атылған, боҙ скульптураларынан күргәҙмә ойошторолған.