Антон Бабиков – биатлон буйынса донъя чемпионы

Тулыраҡ: Антон Бабиков – биатлон буйынса донъя чемпионы

Антон Бабиков – биатлон буйынса донъя чемпионы.

Австрияның Хохфильцен ҡалаһында биатлон буйынса донъя чемпионатында 7,5-шәр саҡрымлыҡ дүрт этапта ирҙәр эстафетаһы уҙҙы. Өфөнән Антон Бабиков, шулай уҡ Алексей Волков, Максим Цветков һәм Антон Шипулин Рәсәй йыйылмаһында алтын миҙалдар яуланы. Көмөш миҙалдар – француздарҙа. Бронза наградалары Австрия йыйылмаһына тейҙе. Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов телефон аша Антон Бабиковты ҡотлап бөтә тренерҙарға ла иң изге теләктәрен юлланы һәм биатлонсы Өфөгә ҡайтҡас мотлаҡ осрашасағын белдерҙе.