Һуңғы йылдарҙа был һөнәрҙең абруйы ныҡ күтәрелде. Ни өсөн ҡатын-ҡыҙҙар башня краны машинисы һөнәрен һайлай? Беҙҙең ижади төркөм Өфөнөң төҙөлөш майҙансыҡтарының береһендә булып, ошо һөнәргә 23 йыл ғүмерен бағышлаған Рита Мөхәмәтғәлиеванан кранда эшләүҙең үҙенсәлектәрен белеште. Уның хеҙмәттәштәре лә төҙөүсе һөнәренең нескәлектәре менән уртаҡлашты.
Хәҙер төҙөлөштә ҡатын-ҡыҙҙы осратыу һирәк күренеш. Әммә был төркөм өсөн түгел. Нәзәкәтле ҡатын Рита Мөхәмәтғәлиеваның иңенә яуаплы бурыс — бейеккә йөк күтәреү эше һалынған. Эш ҡатмарлы, ҡыйыулыҡ һәм сыҙамлыҡ талап итә. Һәр кем унар сәғәт буйы, аҙнаның алты көнөн 100-р метр бейеклектә ултырып эшләргә ризалашмай. Ә Рита 23 йыл башня краны машинисы. Башта һөнәр ауыр бирелде, ти ҡатын.Рита Мөхәмәтғәлиеваның эш көнө яҡынса 10 сәғәт. Әммә төрлө саҡтар була, бетон ҡойоу эше тамамланмайынса һине бер кем дә ебәрмәй. Тәүлек әйләнәһенә эшләргә тура килгәне бар, ти машинист.
Кран йөҙ метр бейеклектә булһа ла, кабинаһына тиклем күтәрелеү 10 минут тирәһе. Кабинаның эсенә ингәс тә бында ҡатын-ҡыҙ эшләүе күренә. Алһыу төҫтәге шторалар матурлыҡ ҡына түгел, ҡояштан да һаҡланыу өсөн. Крандың механизмы төҙөклөгөн тикшергәндән һуң, ҡеүәтле махсус техника хәрәкәт итә башлай.Крансы романтик һөнәр — ҡош осҡан бейеклектән ҡалаға һоҡланып ултыра тиер кемдер. Әммә Ританың быға ваҡыты ла ҡалмай. Эш етерлек. Өҫтәүенә әсәй бурыстарын да башҡарырға кәрәк. Бына инде 8 йыл ҡатын 2 улын бер үҙе тәрбиәләй. Балалар мине ҡәҙерләй һәм һөнәрем менән ғорурлана, ти ҡатын. Ә башня краны менән идара итеү һөнәре уға 3 бүлмәле яңы фатир һатып алырға мөмкинлек биргән. Ошоно булдыра алғаныма сикһеҙ бәхетлемен, ти әсәй кеше.
Рита Мөхәмәтғәлиева оҫта итеп метал конструкцияларҙы күсереү менән шөғөлләнгән арала, бейек йорттоң 11-се ҡатында — Урал Күсемов эшләй. Кирбес өҫтәнә кирбес теҙеп бригадир фатирҙың буласаҡ диуарҙарын һала. Әлбиттә эш оҙайлы, әммә оҫтаның ҡулында таштар уйнап ҡына тора. Был ваҡыттан алып 28 йыл ғүмер үткән. Урал Күсемов тиҫтәләгән күп ҡатлы йорттар, әһәмиәтле ҡала объекттары ғына түгел, ныҡлы ғаилә лә төҙөгән. Эштә талапсан бригадир — ғаиләһендә хәстәрлекле атай. Заман үҙгәрә, төҙөлөш тармағында ла үҙгәрештәр күп – тип хәтерләй ул. Төҙөүселәрҙең эше бер ни тиклем ябайлаша, ә талаптар киреһенсә ҡәтғи.Төҙөлөштә иң мөһиме – хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәү һәм практик әҙерлек. Был талаптар үҙгәрешһеҙ ҡала. Төҙөлөш майҙанына эләгер алдынан, һәр һөнәр эйәһе әҙерлек үтә. Буласаҡ төҙөүселәргә һөнәрҙең нескәлектәре тураһында тәжрибәле уҡытыусылар һөйләй.
Андрей Бочков олатаһы һәм атаһы эҙенән бара.Үҙе лә нефть объекттарында 30 йыл эшләгән. Хәҙер тупланған тәжрибәһен уҡыусыларына тапшыра. Раушан Аллабирҙин бер нисә йыл автокран машинисы булып эщләгән. Хәҙер уның бурысы ошо эшкә йәш быуынды өйрәтеү. Төҙөлөштә үҙеңә һәм башҡаларға зыян итмәү-тәү шарт. Хәүефһеҙлек сараларын барыһы ла белергә тейеш, ти инструктор.Төҙөүсе һөнәренең ниндәйе генә юҡ.Ташсылар, штукатур-буяусылар, крансылар, машинистар, иретеп йәбештереүселәр, монтажсылар — һанап бөтөрлөк түгел. Бөгөн уларҙың ҡулдары менән күп фатирлы йорттар, сәнәғәт предприятиелары, юлдар төҙөлә, инфраструктура һәм халыҡтың йәшәү сифаты яҡшыра.