Өфө аэропорты ғәҙәти режимда эшләй башланы.
Бөгөнгә ҡарай төндә бында ЯК-42 самолеты осоу һыҙатынан 27 метрға сығып китте. Борттағы 57 пассажир ҙа иҫән-һау. Ғәҙәттән тыш хәл сәбәптәрен тәфтишселәр асыҡлай. “Саратов һауа юлдары” самолеты Өфөгә Яңы Уренгойҙан осоп килгән. Ергә төшкәндә ул ни сәбәптәндер осоу һыҙатынан тайпыла.