Өфө Дәүләт циркы ябылырмы?

Тулыраҡ: Өфө Дәүләт циркы ябылырмы?

Прокуратура хеҙмәткәрҙәре бинаның тамашасыларҙың һәм цирк хеҙмәткәрҙәренең һаулығына хәүеф тыуҙыра, тигән фекергә килгән. Өфө дәүләт циркы хаҡында төрлө имеш-мимештәр ишетелһә лә, сағыу тамашаға килергә теләүселәр кәмемәй. Өфө ҡалаһында йәшәүсе Гүзәл дә 23-сө февраль байрамы уңайынан улдарына бүләккә – циркка билет ала. Прокуратура хеҙмәткәрҙәре цирк бинаһын тикшергәндән һуң, көмбәҙҙең емерелеп төшөү хәүефе барлығы хаҡында белдергәйне. Бынан ярты быуат элек төҙөлгән бинаға етди ремонт талап ителгәнен цирк хеҙмәткәрҙәре лә йәшермәй. „Рәсәй дәүләт цирк системаһына ингән цирктар 60-70-се йылдарҙа төҙөлгән. Иҫегеҙгә төшөрөп үтәбеҙ, 1994-се йылдың йәйендә Өфө циркы көмбәҙенең бер өлөшө емерелеп төшкәйне. Ҡыйыҡ бер-нисә урындан тишелгәнлектән, көмбәҙ аша ямғыр, ҡар һыуҙары үтә. Ҡыйыҡты ҡарҙан таҙартып тороу ҙа быға ярҙам итмәй. Шунлыҡтан бинаның стена, түбәләре дымлы. Тамаша залын да яңыртырға, бындағы ултырғыс, баҫҡыстарҙы алмаштырырға кәрәк, ти цирк директоры. Бинаны тулыһынса тулыландырыу өсөн миллиард һум талап ителә ти белгестәр. Тик бының өсөн ҡасан аҡса бүленере әлегә билдәһеҙ.