Өфөнөң “Йыл уҡытыусыһы” билдәләнде.
Өфөлә “Баш ҡаланың йыл уҡытыусыһы” һәм “башҡаланың башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса йыл уҡытыусыһы” конкурстарына йомғаҡ яһалды. Быйыл егерменсе тапҡыр ойошторолған сарала 47 уҡытыусы ҡатнашты. Быйылғы ярыштың еңеүсеһе тип 52-се лицей уҡытыусыһы Юлиә Линдт билдәләнде. Ә “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2017” еңеүсеһе итеп 88-се мәктәп уҡытыусыһы Гөлсөм Монасипова билдәләнде.