Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының опека буйынса советы ултырышы Рәсәйҙең ойошмалағы даими вәкиле Виталий Чуркин вафаты сәбәпле бер минут тын тороуҙан башланды. Виталий Чуркин 65 йәшендә эш урынында йөрәге туҡтап яҡты донъя менән хушлашты. Рәсәй сит ил эштәре министрлығы уның яҡындарының һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашты.
Сомали башҡалаһында көслө шартлау яңғыраны. Терактта 39 кеше һәләк булған. Мина ҡуйылған автомобиль халыҡ күп йөрөгән районда шартлай. Сомали “Әль Ҡәида” террорсыларының йәшерен ойошмалары бар. Террор ғәмәле-кешеләр үлеме өсөн улар ғәйепле.
Канадала драгонбот буйынса чемпионат үткән. Ҡытайҙар бынан йөҙ йыл элек спорттың ошо төрөн уйлап сығарған. Әммә Канадала, Ҡытайҙан айырмалы, ярыш һыуҙа түгел, боҙҙа үтә. Кәмәләр драконға оҡшатып эшләнә. Мыҡты кәүҙәле ирҙәр драгонботта ишеп финишҡа тиҙерәк барып етергә тейеш.