Хаҡтар ни сәбәпле арта?

Тулыраҡ: Хаҡтар ни сәбәпле арта?

Өфөнәң Пархоменко урамындағы йорттарҙың береһендә йәшәгән фатир хужалары коммуналь хужалыҡты хаҡтарҙы нигеҙһеҙ күтәреүҙә ғәйепләй. Совет районы торлаҡ-коммуналь хужалыҡ етәкселеге иһә барыһы ла закон нигеҙендә, тип белдерә. Торлаҡ файҙаланған өсөн түләү теҙмәһен аңлар өсөн профессор булырға кәрәкмәй. Наталья Еремеева квитанция буйынса нимә өсөн күпме түләгәнен яҡшы белә. Фатирҙы йылытыу хаҡтары февралдә ғинуарҙағы менән сағыштырғанда 45 процентҡа артҡан. Пархоменко урамындағы 95-се йортта йәшәгәндәр хаҡтарҙың артыуын үҙенсә аңлай. Иҫәпләү приборҙарын беҙҙән һорамай ҡуйҙылар, тиҙәр. Ярты йыл буйы уның хаҡын ҡайтарғандар. Февраль айындағы хаҡ артыуға ҡараштары киҫкен. Йыл да үткәрелгән һорауҙарға яуап алыу йомғаҡтары буйынса Рәсәй халҡының 18 проценты торлаҡ-коммуналь хеҙмәттәр өсөн хаҡ артыуға ошондай ҡарашта. 50 процентҡа яҡыны иһә уларҙың үҙгәреүенә иғтибар бирмәй һәм ҡиммәтләнеү сәбәптәрен эҙләмәй. Юҡҡа ғына, ти башҡаланың Совет районы хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь идаралығы етәксеһе урынбаҫары Фәһим Сәлимйәнов. 2013 йылдан алып закон буйынса дөйөм йорттағы иҫәпләү приборҙарын ҡуйыу өсөн фатир хужаларының рөхсәте кәрәкмәй. Ялыу яғыусыларҙың талаптары хаҡһыҙ. Тап приборҙар булмаған йортта хаҡтар билдәләнгән норматив буйынса иҫәпләнә лә инде. Нормативтың ғәмәлдә тотонолған энергия хаҡтарынан артыҡ булыуы һәр кемгә мәғлүм. Ҡайтанан иҫәпләүҙәр иһә йылытыу өсөн түләүҙәрҙең 12 айға тигеҙ бүленеүе менән бәйле. Уларҙы идарасы компания йыл да башҡарырға бурыслы. Ғәмәлдә сарыф ителгән энергия хаҡына ярашлы йә өҫтәмә түләүҙәр, йә хаҡты ҡайтарыуҙар ҡаралған. Быйыл Совет районы буйынса 209 йортта норматив артҡан, 494-ендә – кәмегән. Торлаҡ файҙаланған өсөн түләүҙәр буйынса аңлашылмаусанлыҡты асыҡлар өсөн һәр кемдең Рәсәй Йәмәғәт палатаһына мөрәжәғәт итеү хоҡуғы бар. Был ойошма фатир хужаларының тап ошо һорауҙарына яуап биреү маҡсатында 2012 йылда уҡ махсус ҡыҙыу линия асты.