Рәсәй-Башҡортостан радиоһына-90 йыл

Тулыраҡ: Рәсәй-Башҡортостан радиоһына-90 йыл

Рәсәй-Башҡортостан радиоһына-90 йыл.

Юбилейға арнап волейбол буйынса ярыш уҙҙы. Башҡорт дәүләт аграр университетының спорт майҙанында беҙҙең телерадиокомпанияның өс командаһы осрашты. “Милли тапшырыуҙар бүлеге һәм радио хеҙмәткәрҙәре”, “Операторҙар һәм водителдәр” һәм “Техник хеҙмәтләндереү бүлеге” командаһы. Турнирҙың төп кубогын “Милли тапшырыуҙар бүлеге һәм радио хеҙмәткәрҙәре” командаһы яуланы. Һәр ҡатнашыусыға миҙал һәм кубоктан тыш, төрлө иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.