Башҡортостанда епшек ҡар яуасаҡ.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр идаралығы Башҡортостанда епшек ҡар яуыуы, боҙлауыҡ булыуы һәм томан төшөүе хаҡында иҫкәртә. Ел көньяҡ, көньяҡ-көнбайыштан секундына 9-14 метр. Көсәйгәндә тиҙлеге секундына 22 метрға тиклем етеүе ихтимал. Юлдарҙың ҡайһы бер участкаларында томан төшөүе, 500 метрҙан күреү мөмкинлегенең кәмеүе фаразлана.