Нефтекамала мутлашыусылар урланған машиналар һатыу эшен яйға һалған

Тулыраҡ: Нефтекамала мутлашыусылар урланған машиналар һатыу эшен яйға һалған

Нефтекамала мутлашыусылар урланған машиналар һатыу эшен яйға һалған.

Тәүҙә енәйәтселәр башҡа төбәктәрҙән ҡыйбатлы сит ил автомобилдәрен урлаған, аҙаҡ кузовындағы һәм двигателендәге номерҙарҙы юйып һатҡандар. Илшат Рафиҡовтың 700 меңгә һатып алған автомобиле хәҙер махсус туҡталҡала тора. Полиция хеҙмәткәренән башҡа хужаһын машинаға яҡын да ебәрмәйҙәр. Илшат машинаны интернеттағы иғлан аша һатып алған. Иҫәпкә ҡуйғанда полиция хеҙмәткәрҙәре двигателенең номерҙары юйылғанын күреп ҡала. Шунда ғына автомобилдең урланғаны асыҡлана. Яңы хужа шунда уҡ һатыусы янына Нефтекамаға юллана. Йортҡа ингәндә үк уның менән күҙмә күҙ осраша. Әммә һатыусы һөйләшергә теләмәй һәм тегеләй-былай йүгерергә тотона. Тик полиция хеҙмәткәрҙәренән ул ҡасып ҡотола алмай. Енәйәтсене тотоп, аңлатма алғас уның ярҙамсыһы барлығы асыҡлана. Машинаны тиҙ арала һатыу өсөн улар ҡайғылы ваҡиға ла уйлап сығарған.Был мутлашыусыларҙан Илшат ҡына зыян күрмәгән. Полиция хеҙмәткәрҙәренә оҡшаш осраҡтар менән тағы ла бер-нисә кеше мөрәжәғәт иткән. Был һатыусы егеттәр енәйәтселәр төркөмөнөң башы ғына. Әйткәндәй, автомобилдәрҙе урлаусыларҙы ла тотҡандар. Уларҙан һорау алына.