Парламент ултырышы

Тулыраҡ: Парламент ултырышы

Транспорт һалымын түләмәгән өсөн автомобиль йөрөтөү хоҡуғын кисектереп тороу. Бөгөн Башҡортостан парламенты Дәүләт Думаһына ошондай закон сығарыу тәҡдиме менән сығыш яһаны. 2016 йылда Башҡортостан ҡануниәте өлкәһендә байтаҡ һөҙөмтәле эштәр башҡарылды, тип билдәләне Дәүләт Йыйылышы рәйесе Константин Толкачёв. Депутаттар республика өсөн мөһим закон проекттары ҡабул итте, ҡайһы бер закондарға тейешле үҙгәрештәр индерелде. Бөгөн депутаттар Башҡортостан буйынса Эске эштәр министры вазифаһын башҡарыусының хоҡуҡ һаҡлау өлкәһе торошо тураһындағы отчетын тыңланы. Һуңғы арала сауҙа һәм йәмәғәт туҡланыуында ағыуланыу осраҡтарын иҫәпкә алып депутаттар аҙыҡ түлек хәүефһеҙлеген тәьмин итеү саралары тураһындағы закон проектына үҙгәрештәр индерергә тәҡдим итә. Республика биләмәһендә продукттарҙың сифатын, хәүефһеҙлеген һәм халыҡтың сәләмәтлеген күҙәтеп тороуға йүнәлтелгән саралар мөһим.Республиканың киләһе йылдарҙағы бюджеты тураһындағы законына ла үҙгәрештәр индерелде. Һөҙөмтәлә 2017 йылға бюджеттың төп һандары килемдәр буйынса 17 миллиард ярымдан ашыуға, сығымдар буйынса 18 миллиард тирәһенә үҙгәрә. 2018-2019 йылдарҙа ла үҙгәреш тик артыу яғына. Рәсәй йәмәғәт палатаһы вәкәләттәренең киңәйеүе Башҡортостандағы ошондай ойошманың эшмәкәрлегенә лә үҙгәрештәр индереүҙе талап итә. Был йәһәттән депутаттар республика йәмәғәт палатаһының формалашыу һәм эшмәкәрлек тәртибенә үҙгәрештәр индерә.Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай депутаттары шулай уҡ Экология, “Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге тураһындағы” кодекстарға үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекттарын икшерҙе. Рәсәй Дәүләт Думаһына закон сығарыу башланғысы менән сығыш яһаны.Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтайҙың “Башҡарыу эшмәкәрлеге тураһындағы” Федераль законға үҙгәреш индереү тураһындағы закон сығарыу башланғысы транспорт сараларын файҙаланыуҙы сикләүгә ҡағыла. Депутаттар фекеренсә, машина йөрөтөү хоҡуғын сикләп тороу авто хужаларын транспорт һалымын ваҡытында түләргә дәртләндерер ине.