Именлек шураһының сираттағы ултырышы Рәсәйҙең берләшкән Милләттәр Ойошмаһындағы даими вәкиле Виталий Чуркинды бер минуот тын тороп иҫкә алыуҙан башланды. Дипломаттар Виталий Чуркинды үҙ иленең ысын патриоты, дипломатия йондоҙо тип атай.
Бөйөк Британия оборона министры Майкл Фэллон “Көнбайыш Рәсәйҙең Ливиялағы хәлгә ҡыҫылмауын теләй”,-тигән һүҙҙәренә студенттар менән осрашыу ваҡытында Рәсәйҙең оборона министры Сергей Шойгу аңлатма бирҙе.
Нигерияның Лагос ҡалаһында көслө янғын сыҡҡан һәм диңгеҙ яры буйындағы өйҙәргә зыян килтергән. Һәләк булыусылар юҡ, әммә бик күп кеше йорт-ҡаралтыһыҙ ҡалған тип хәбәр ителә.
Кениялағы милли парктарҙың береһендә бөтә арыҫландарға ла чип ҡуйылған. Һуңғы арала хайуандар батшаһы кешеләргә йыш һөжүм итә башлаған. Хәҙер уларҙы чип ярҙамында егерҙар һәм зоологтар күҙәтә. Кешегә ташланырға йыйынғанда арыҫландың үлтерелеүе ихтимал.
Европала яңғыҙ оло йәштәгеләргә роботтар бүләк ителәсәк. Улар ҡарттарға төрлөсә ярҙам күрһәтә ала. Әйтәйек, юғалған күҙлекте эҙләп табып уны хужаһының ҡулына килтереп бирә, билдәһеҙ кешегә ишек асмай, телевизор ҡабыҙа, ашарға йылыта һәм башҡалар.