Бөгөн Өфөлә янғын һүндереүсе Әнәс Ғүмәровҡа бюст асылды

Тулыраҡ: Бөгөн Өфөлә янғын һүндереүсе Әнәс Ғүмәровҡа бюст асылды

Бөгөн Өфөлә янғын һүндереүсе Әнәс Ғүмәровҡа бюст асылды.

Ул баш ҡаланың 4-се янғын һүндереү бүлеге фойеһында ҡуйылды.Тантанала Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан идаралығы етәкселеге, Әнәс Ғүмәровтың яҡындары, ветерандар һәм янғын һүндереүселәр ҡатнашты. Улар батырлыҡ күрһәткән иптәшен иҫкә алды һәм сәскәләр һалды. 1996 йылда Пушкин урамында Спартак спорт-һауыҡтырыу комплексы яна. Унда иң беренселәрҙән булып 4-се янғын һүндереү бүлеге хеҙмәткәрҙәре килә. Әнәс Ғүмәров коллегаларын уттан ҡотҡарам тип үҙе һәләк була. Ул үлгәндән һуң Батырлыҡ өсөн ордены менән бүләкләнә.