Республикала Ватанды һаҡлаусылар көнө уңайынан бик күп саралар үткәрелә. Ярты сәғәттән Өфөлә республика башлығы ҡатнашлығында тантаналы йыйылыш башлана. Мәҙәниәт усаҡтары ла ир-егеттәрҙе байрам менән ҡотлауға ихлас ҡушыла. Илебеҙҙең ысын һаҡсыларын тәрбиәләүгә республикала урынлашҡан кадет корпустары ла тос өлөш индерә. Әле ете лә тулмаған. Кадет корпусы ҡайнап тора. Уянғандан һуң 10 минут эсендә тәрбиәләнеүселәр кейемдәрен рәтләп, кейенеп, йәшәгән бүләмәләрен тәртипкә килтереп өлгөрөргә тейеш. Үтекләп йыйылған кеүек карауаттарға көн дауамында ятырға ғына түгел хатта ултырырға ла ярамай , ҡағиҙә боҙоусы барҙа бөтә взводҡа йүгерергә тура киләсәк.Артабан иртәнге зарядка, аш һәм ябай мәктәптәге кеүек дәрестәр башлана. Муса Гәрәев исемендәге осоусылар әҙерләү интернат-мәктәбе хәрби уҡыу йорттарының араһында хатта Рәсәй кимәлендә алдынғылар рәтендә. Был күрһәткес артабан хәрби вуздарға уҡырға инеүселәр һаны һәм әлеге ваҡытта төрлө кимәлдәге хәрби структураларҙа өлгөлө хеҙмәт итеүҙәре менән билдәләнә. Кадеттарҙы рухи яҡтан да, физик яҡтан да сыныҡтырыуға ҙур иғтибар бүленә. Тик 100 процент сәләмәт һәм төплө белемле егет-ҡыҙҙарҙы һайлап алып, уларҙың артабан да камил үҫешеүен тәьмин итеү бурысы көслө сөнки. Ысын ир-егеттәр тәрбиәләнә бында. Һәр хәрәкәттә генә түгел, һәр һүҙҙә тәртип. Үҙенән кеселәргә лә, дәрәжәһе буйынса юғарыраҡтарға ла ихтирамлы кадеттар. Буласаҡ осоусылар араһында ҡыҙҙар ҙа бар. 50-ләп һылыуҙы бында тик илһөйәрлек һәм тәүәкәллек килтергәндер.Бына улар – буласаҡ Ватанды һаҡлаусылар. Ҡыйыуҙар, етеҙҙәр, намыҫ һәм Ватан – улар өсөн тәүге урында. Кадеттарға күп уҡырға, ауыр физик күнекмәләр аша үтергә, тыуған интернат-мәктәбе исеменә тап төшөрмәҫ өсөн ябай малайҙар һәм ҡыҙҙар менән сағыштырғанда күп нәмәнән баш тартырға тура килә. Әммә улар оло маҡсат менән йәшәй – ғаиләһен генә түгел, Башҡортостанды, илен һаҡлау, киләсәктә кәрәкле кеше булыу .
Илебеҙ һаҡсылары
Тулыраҡ: Илебеҙ һаҡсылары