Өфөлә микрофинанс ойошмаһын талағандар. Хеҙмәткәрҙәр баҙап ҡала, һөжүм итеүсегә ҡаршылыҡ күрһәтмәй.
Енәйәтсе 40 мең һум аҡсаны кеҫәһенә һала ла, сығып та ҡаса. Енәйәт эше ҡуҙғатылған. Әгәр ир ҡулға алынһа, 4 йылға тиклем иркенән мәхрүм ителәсәк. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, яңыраҡ Мәләүез ҡалаһында ла микрозаймдар биреү ойошмаһына һөжүм иткәйнеләр. Енәйәтсе төш ваҡытында офисҡа балта тотоп килеп инә һәм аҡса таптыра башлай. Уға бер ҡатын ҡаршылыҡ күрһәтә.