Башҡортостанда көндәр бер аҙ һыуытты. Бөгөн былай ҙа таҙартылмаған юлдар катокка әйләнгәйне. Шул сәбәпле ҙур тығындар барлыҡҡа килде.
Водителдәр өсөн ул ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Әммә күптәр социаль селтәрҙә ҡала хакимиәттәренән тейешле саралар күреүҙе, юлдарҙы таҙартып киңәйтеүҙе үтенә. Әйткәндәй, бер аҙ иретеү менән Сипайлово биҫтәһендәге юлдарҙы яйлап һыу ҙа баҫа башланы.