Сочи ҡалаһында бөгөн инвестиция форумы башланды

Тулыраҡ: Сочи ҡалаһында бөгөн инвестиция форумы башланды

Сочи ҡалаһында бөгөн инвестиция форумы башланды. Унда Башҡортостандан да Рөстәм Хәмитов етәкселегендә рәсми делегация ҡатнаша.

Республика башлығы Рәсәй Хөкүмәте рәйесе Дмитрий Медведевтың бюджет-ара сәйәсәт мәсьәләләре буйынса төбәк башлыҡтары менән осрашыуында һәм инвестиция форумы сиктәрендә ойошторолған бик күп сараларҙа ҡатнашасаҡ. Рәсәйҙең “Сочи” инвестиция форумы илдең иҡтисади һәм инвестиция ҡеүәтен күрһәтеүсе майҙан. Ул рәсәй хөкүмәте ярҙамы менән 2002 йылда уҡ үткәрелә башлағайны.