Белоруссия халҡы “Әрәмтамаҡтар декреты”на ризаһыҙлыҡ белдереп урамға сыҡты. Демонстрацияла ҡатнашыусылар эшһеҙҙәр өсөн һалымды ғәмәлдән сығарыуҙы талап итә. Бынан бер аҙна элек Минскта башланған акциялар хәҙер бөтә илгә таралды.
Швецияла ҡасаҡтар йәшәгән приютҡа ут төрткәндәр. 15 кешенең тәне бешкән, 10 кеше ағыуланған. Полиция янғын сәбәптәрен атамай. Айырым сығанаҡтар хәбәр итеүенсә, былтыр мигранттарҙы ҡабул итеү үҙәктәрендә сыҡҡан янғындар, башлыса, ут төртөүгә бәйле булған.
Төньяҡ Корея етәксеһе Ким Чен Ындың өлкән ағаһын үлтереү өсөн 90 доллар түләнгән. Индонезия ватандашы Сити Айсиаға Ким Чен Намды үлтерергә заказ биреүселәр ни бары шул тиклем аҡса биргән. Әле 4 кеше ҡулға алынған. Полиция Индонезияның Малайзиялағы вице-илсеһенән дә һорау алырға ниәтләй.
Ҡайһы илдәрҙә һәм ҡалаларҙа кешеләр ваҡытын тығындарҙа үткәрергә мәжбүр? Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, иң ҙур тығындар Лос-Анджелеста. Ә Таиланда йәшәүселәр тығындарҙа күп ваҡытын үткәрә икән. Рәсәйҙә был йәһәттән Мәскәүгә етеүсе юҡ. Тығындар буйынса илдә Өфө етенсе урында килә.
Пермдән программист Александо Осипович “Терминатор” фильмының төп геройын 3Д принтерҙа баҫтырған. Бының өсөн чертеждарҙы ул билдәле компаниянан алған. Терминатор һөйләшә, һорауҙарға яуап бирә белә. Яҡын арала программист киборг өсөн аяҡ һәм ҡулдар ҙа баҫтырырға ниәтләй.
Ҡыштың иң ҙур ҡарасҡыһы. Калуга өлкәһендә рәссамдарҙың халыҡ-ара командаһы ҙур ҡарасҡы эшләп яндарған. Был тамашаны ҡарар өсөн өлкәнән һәм күрше төбәктәрҙән меңләгән кеше килгән.