Табын ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы

Тулыраҡ: Табын ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы

Табын ырыуы башҡорттары ҡор йыйҙы. Был йыйын күп кенә мәсьәләләрҙе уртаға һалып һөйләшеү һәм уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләргә ярҙам итте. Хәбәрсебеҙ Иҙел Алсынов репортажы.

Табын башҡорттарын борсоған мәсьәләләр тотош милләт өсөн дә әһәмиәтле. Иғтибар үҙәгендә милләт һәм мәҙәниәт, телде һаҡлап ҡалыу һәм уны үҫтереү. Был юлы Ғафури, Ҡырмыҫҡалы, Архангел, Ауырғазы, Учалы районынан, Өфө, Стәрлетамаҡтан килгән делегаттар һөйләшеүе ошо юҫыҡта барҙы.

Йыйын Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы өсөн дә һынау. Тап бер ырыу вәкилдәре тәҡдиме рәсми кимәлгә сығарылып, маҡсатарҙы аныҡларға ярҙам итә. Был ҡорҙа шулай уҡ айырым ырыу һәм ғаиләләрҙең шәжәрәләре менән таныштырыу, китаптар, халыҡ кәсептәре әйберҙәре, ҡул эштәре күргәҙмәләре ойошторолдо.

Съездың көн тәртибенә Табын башҡорттары хәрәкәтен тағы ла йәнләндереү мәсьәләһе лә индерелгәйне. Сөнки хәҙер күптәр килеп тыуған проблемаларҙы хәл итеү өсөн тап ырыуҙар хәрәкәтендәге билдәле зыялыларға мөрәжәғәт итә. Силәбе, Ырымбур, Һамар, Ҡорған, Һарытау һәм Татарстанда йәшәгән табын ырыуы вәкилдәре сығышы ла йыйындың уртаҡ хәстәрҙәрҙе кәңәшләшеп хәл итеү кәрәклеген иҫбатланы.

10 район, Рәсәйҙең алты төбәгенән килгән 200-ҙән ашыу кеше Табын ырыуы вәкилдәренең 4-се йыйыны ҡарарҙарын бойомға ашырыуға иғтибарҙы арттырыу кәрәклеген әйтте. Был ырыу вәкилдәре «Табын ырыуының арҙаҡлы шәхестәре» йыйынтығын баҫтырып сығарыу кәрәклеген белдерҙе.