Хәрби техниканың 200-ҙән ашыу өлгөһө бер бүлмәлә

Тулыраҡ: Хәрби техниканың 200-ҙән ашыу өлгөһө бер бүлмәлә

Хәрби техниканың 200-ҙән ашыу өлгөһө бер бүлмәлә. Республиканың хәрби дан музейында тәүге тапҡыр күргәҙмәгә үҙенсәлекле макет һәм моделдәр ҡуйылды.

Хәрби техника моделдәре күргәҙмәһендә самолет, һыу аҫты кәмәләренән тыш, танк макеттары менән яу мәлдәрен һүрәтләгән диорамалар айырым урын алған. Төп маҡсат – Рәсәй ҡоралын тарихи өлгөләрҙән башлап заманса ҡаҙаныштарға тиклем күрһәтеп, илдең ҡеүәтен тасуирлау, ти музей хеҙмәткәрҙәре. Балаларҙа илһөйәрлек тойғоһон тәрбиәләү маҡсаты менән хәрби дан музейы йәнә бер сара ойошторорға ниәтләй.