Баймаҡ районында тауҙан ҡар ишелеү сәбәпле 7 йәшлек бала һәләк булған

Тулыраҡ: Баймаҡ районында тауҙан ҡар ишелеү сәбәпле 7 йәшлек бала һәләк булған

Баймаҡ районында тауҙан ҡар ишелеү сәбәпле 7 йәшлек бала һәләк булған.

Яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, ғәҙәттән тыш хәл Сыңғыҙ ауылы янындағы тау итәгендә уйнап йөрөгәндә теркәлгән. Әле фажиғә урынында тәфтишселәр эшләй. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, быға тиклем Өфө янындағы Тимашево ауылы янында ҡар аҫтында ҡалып 13 йәшлек үҫмер һәләк булғаны. Дуҫтары менән ҡар өйөмөн уйып уйнағанда, уға ла ҡар ишелгәйне.