Ташҡын уғата көслө булыр, тип көтөлә.
Башҡортостанда яҙғы ташҡын осорона 1 мең ярымдан ашыу берәмек техника һәм кәмә әҙерләнгән. Зыян күргән халыҡты ваҡытлыса урынлаштырыу пункттары эшләйәсәк. Тәбиғәттең көтөлмәгән хәлдәренә халыҡ та әүҙем әҙерләнә. Йылға буйында йәшәгәндәр айырыуса. Йорт-ҡура именлеген улар ташҡынға әҙерлек иғлан иткәс түгел, ә көнэлгәре хәстәрләй. Шәйхинуровтар өйҙө Ағиҙел ярында 17 йыл элек һалған. Бар талаптарҙы үтәп, нигеҙҙе ике метрҙан ашыу бейеклеккә күтәреп. Йылғаның киҫкен холҡон иҫәпкә алып, Мөзәки Шәйхинур улы хужалығын йыл һайын страховкалай. Бының өсөн кәм тигәндә ете мең һум талап ителә. Хужалар страховкаға ғына ышанып ултырмай. Ташҡын осрағына кәмәләр әҙер, ваҡ-төйәк әйбер бейегерәк урынға ҡуйылған. Быйыл ҡар күп, һыу ҙа мул килер, тип күҙаллайҙар. Ошо хәүеф тураһында мәғлүм булғас күптәр страховка таныҡлығын алырға теләһә лә, агентлыҡтар яғынан яҡлау тапмай. Страховканы ташҡын хәүефенән хәҙер теркәүгә иһә ҡараш айырым. Хаҡтары ла ҡайтанан ҡарала. Башҡаланың Дим районы хеҙмәттәре иһә ташҡынға әҙерлекте 14-се февралдә үк башланы. Комиссияның тәүге ултырышынан һуң ғәмәли рейдтар башланды. Уларҙың төп бурысы – халыҡтың ташҡынға әҙер булыуына һәм тыныс үткәреүенә өлгәшеү.Ташҡынға ҡаршы комиссияның халыҡ-араһында аңлатыу эштәрен Дим урмансылығынан башлауы осраҡлы түгел. Тап ошо биләмә халҡы Дим йылғаһы кимәленең күтәрелеүен тәүгеләрҙән күрә һәм ташҡынға әҙерлек мәсьәләһе бында көнүҙәк. Йорт хужалары ғәҙәти иҫкәртеүҙәр алып ҡына ҡалмай, үҙҙәрен борсоған һорауҙарҙы ла бирә. Урамдарҙы һыу баҫҡан осраҡта ҡайҙа мөржәғәт итергә, эшкә, мәктәпкә барыр транспорт мәсьәләһе нисек хәл ителер, эсер һыу һәм электр энергияһы менән тотҡарлыҡтар булмаҫмы.Дим районында бер меңгә яҡын кешегә ташҡын биләмәһендә ҡалыу хәүефе янай. Уларҙың именлеген хәстәрләп эвакуация урындары әҙерләнгән.Быйылғы ташҡын тураһында рәсми күҙаллауҙар тағы ла бер айҙан, 25-се мартта ғына билдәле була. Һауа торошо белгестәре иһә ҡыш ҡарҙың мул булыуын иҫәпкә алып, дала йылғаларының ярҙан сығырын алдан күҙаллай.