Өфөлә юлдарҙы ямай башланылар

Тулыраҡ: Өфөлә юлдарҙы ямай башланылар

Өфөлә юлдарҙы ямай башланылар.

Был эшкә тәүгеләрҙән Киров районында тотондолар.Әле ҡар ныҡлап иреп бөтмәгән. Шуға ла, асфальт түшәүгә ризаһыҙлыҡ белдереүселәр булмаһын өсөн, ҡала хакимиәтендә махсус белдереү менән сыҡтылар. Унда әйтелеүенсә, юлсылар соҡорҙарҙы ҡаплауҙа инновацион ысул-һалҡын асфальт ҡуллана. Был асфальтты хатта экстремаль шарттарҙа ла түшәргә мөмкин, тиелә белдереүҙә.