Мәктәп автобусы аварияға осраған
Ейәнсурала мәктәп уҡыусылар ултырған автобус ун бишенсе маркалы ВАЗ машинаһы менән бәрелешкән. Аварияла еңел автомобиль салонындағы пассажирҙың үлеүе билдәле. Фажиғә Үрге һарыбил – Ҡыуандыҡ трассаһының 33-сө саҡрымында теркәлә. Абзан мәктәбенә 22 баланы уҡырға ташыған автобус ҡарлы юлда еңел машина менән бәрелешә. Балалар зыян күрмәгән.