Сибайҙа такси водителенә һөжүм иткәндәр. Эсеп алған йәштәр пистолет менән ҡурҡытып аҡса таптырған. Уларҙың барыһы ла ҡулға алынған, әле енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.
Башҡортостанда таксистарға һөжүм итеү ғәҙәти күренешкә әйләнә бара. Иҫеректәр балта тотоп машинаның артҡы тәҙрәһен ватһынмы, водителде туҡмаһынмы, Өфө урамдары буйлап ҡыуалаһынмы, һәр саҡ водитель тәртип боҙоусылар менән япа-яңғыҙы ҡала. Әле яңыраҡ ҡына бер кеше таксистың машинаһын урлап яндырып китте. Еңел аҡса эшләргә теләү күптәрҙе енәйәт юлына этәрә.